ГИДРОГРАФИК СЕЛТӘР, ниндәй ҙә булһа бер терр‑я сиктәрендә булған бөтә һыу ағымдары һәм ятҡылыҡтары (йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, һыуһаҡлағыстар). Г.с. төҙөлөшө климатҡа (яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме, парға әйләнеү кимәле), урындың рельефына, геол. төҙөлөшөнә бәйле. Г.с. иң мөһим күрһәткесе булып йылға селтәренең йышлығы тора, ш. уҡ күлдәр һәм һаҙланыу коэффициенты (күл йәки һаҙлыҡ өҫтө майҙанының терр‑я майҙанына ҡарата нисбәте) иҫәпкә алына. Башҡортостанда Г.с. күпселек өлөшөн йылғалар селтәре тәшкил итә, уның иң йыш урыны булып (ҡара: табл.) Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы (көнбайыш битләүендәге йылғалар — Нөгөш, Һәләүек, Егән, Еҙем, Инйәр, Ләмәҙ, Эҫем һ.б. бассейны) һанала, иң һирәге — Башҡортостандың Урал алды (Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге, Өфө яйлаһы); һирәк Г.с. карст һәм көпшәк ҡомташлы-балсыҡлы ултырмалар үҫешкән райондарға хас. Башҡортостандың Урал аръяғында Г.с. йышлығы көнсығышҡа табан кәмей. Респ. 1000‑гә яҡын күл (ш. иҫ. күл өҫтө майҙаны 0,1 км2 кәмерәк булған) бар, улар башлыса Башҡортостандың Урал алдында урынлашҡан (иң ҙурҙары — Асылыкүл, Ҡандракүл). Һаҙлыҡтар, нигеҙҙә, һыубаҫар туғайлы киң йылғалар (Ағиҙел, Ҡариҙел, Ыҡ, Дим, Тере Танып һ.б.) үҙәнен биләй, терр‑яның уртаса һаҙланыуы 0,4% тәшкил итә. Респ. иң ҙур һыуһаҡлағыстар — Ҡарман һыуһаҡлағысы, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Павловка һыуһаҡлағысы һ.б.

Әҙәб.: Балков В.А., Воронина Т.В. Густота речной сети, факторы её развития и значение для рационального природопользования //Проблемы охраны окружающей среды на Урале. Уфа, 1995.

В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

 

Ҡайһы бер йылға бассейндары буйынса Башҡортостандың

гидрографик селтәре

 

Йылға

 

Һыу күҙәтеү урыны

Һыу йыйыу бассейнының майҙаны, км2

Бассейндың уртаса бейеклеге, м

Йылғалар селтәренең йышлығы, км/км2

Коэффициент

күлдәр, %

һаҙланыу, %

Ағиҙел

“Арский ташы" ял йорто а. (Белорет р‑ны)

2300

724

0,49

0

3

Ағиҙел

Һыртлан а. (Мәләүез р‑ны)

10100

616

0,60

0

1

Ҡариҙел

Үрге Һөйән а. (Ҡариҙел р‑ны)

32400

363

0,56

0

2

Әй

Лаҡлы а. (Салауат р‑ны)

6440

527

0,44

0

1

Өршәк

Ляхов а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны)

3130

214

0,25

0

0

Дим

Бочкарёвка а. (Шишмә р‑ны)

12500

247

0,35

0

0

Сәрмәсән

Яңы Йомран а. (Саҡмағош р-ны)

3570

202

0,26

0

1

Бөрө

Бәләкәй Соҡаяҙ а. (Бөрө р‑ны)

1210

190

0,29

0

0

Таналыҡ

тамағы

4160

430

0,24

1‑ҙән кәмерәк

0

Йылайыр

Йылайыр а. (Йылайыр р‑ны)

334

570

0,40

0

0

Яндекс.Метрика