ГИДРОГЕОЛОГИЯ (гидро… һәм геология), геологияның ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү законлыҡтарын, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары һ.б. м‑н үҙ-ара тәьҫирен өйрәнгән бүлеге. Г. үҙ аллы фән булараҡ 19 б. 2-се ярт. геология м‑н гидрология сигендә формалаша. Дөйөм, төбәк Г., гидрогеодинамика, гидрогеохимия, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары Г., мелиорация Г., минераль һыуҙар т‑да, ер аҫты һыуҙарын эҙләү һәм разведкалау т‑да тәғлимәткә һ.б. бүленә. Г. геодинамика, геохимия, геоэкология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостандың ер аҫты һыуҙары т‑дағы тәүге мәғлүмәттәр минераль һыу сығанаҡтарын тасуирлау рәүешендә Академик экспедициялар отчёттарында бирелә. Респ. ер аҫты һыуҙары т‑дағы мәғлүмәттәр Урал геологияһын өйрәнеүгә (Р.Мурчисон, Ф.Н.Чернышёв), Һамар—Златоуст т. юлын төҙөүгә бәйле үткәрелгән геол. тикшеренеүҙәргә (Д.Л.Иванов, С.Н.Никитин), минераль һыу сығанаҡтарын өйрәнеүгә (Г.В.Вахрушев, А.А.Краснопольский, А.В.Нечаев) арналған хеҙмәттәрҙә бар. 20 б. 1-се ярт. ер аҫты һыуҙары һыу менән тәьмин итеү б‑са саралар үткәргәндә һыу кадастрын төҙөү өсөн өйрәнелә. Һыуҙар нефть промыслалары лаб. тикшерелә (А.А.Варов, Б.Г.Логинов, А.Ф.Опалёв, П.И.Пестов, Л.Ф.Фриж һ.б.). 1942 й. һыулы перспектив горизонттарҙың таралыу майҙандары билдәләнә, респ. ер аҫты һыуҙары кадастры әҙерләнә (И.Г.Грудинский, К.И.Маков). 1951 й. алып Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының геохимия лаб. нефть һәм газ ятҡылыҡтары һыуҙарын өйрәнеү б‑са даими тикшеренеүҙәр үткәрелә (Н.П.Егорова, Б.И.Лерман, Б.В.Озолин һ.б.). 1960 й. башлап Б.М.Йосопов һәм В.Г.Попов етәкс. Г. б‑са тикшеренеүҙәр Геология институтында башлана, 1991 й. Г. һәм геоэкология лаб. (етәксеһе Р.Ф.Абдрахманов) булдырыла. Ваҡ һәм урта масштаблы гидрогеол. күсермә алыу, ер аҫты һыуҙарын эҙләү һәм разведкалау, башҡа ялан тикшеренеүҙәренең материалдары нигеҙендә гидрогеологик районлаштырыу үткәрелә, Волга-Урал артезиан басс. ултырма ҡабына гидрогеол. стратификация яһала, урта масштаблы дөйөм гидрогеол. карталар төҙөлә, 300 м тиклем тәрәнлектәге ер аҫты һыуҙарының ятыу шарттары һәм сифаты тасуирлана, эсәр һыуҙың прогноз ресурстары баһалана һәм, антропоген бысранған участкаларҙы күрһәтеп, уларҙың таралыу карталары төҙөлә (Р.Х.Аҡманов, В.И.Мартин, В.Ф.Ткачёв һ.б.). Гидрогеол. тикшеренеүҙәрҙә гелий ысулын дәлилләү һәм индереү (Н.Н.Егоров һ.б.), нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү райондарының гидрогеол. мониторингы б‑са эштәр алып барыла. Тәүге тапҡыр респ. минераль һыуҙар классификацияһы эшләнә (40‑тан ашыу төр айырып күрһәтелә), минераль һыу ятҡылыҡтары генезисы өйрәнелә.

Әҙәб.: Гидрогеология СССР. В 50 т. Т. 15: Башкирская АССР. М., 1972. Абдрахманов Р.Ф. Гидрогеология Башкортостана. Уфа. 2005.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика