ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер аҫты һыуҙарының таралыу, ятыу һәм барлыҡҡа килеү шарттарының мөһим айырмалыҡтары б‑са ер ҡабығында бүленгән участкалар. Г.р. ваҡытында ҙур геол. структураларҙағы гравитацион ер аҫты һыуҙары ятыуының һәм төп гидрографик селтәргә ҡойған баҫымһыҙ, ярымбаҫымлы һыуҙар ағышының үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Геол. структураларҙың сиктәрендә гидродинамик ҡаттарға бүленә: өҫтәгеһе — торошо хәҙ. физик-геогр. шарттар м‑н билдәләнгән баҫымһыҙ‑ярымбаҫымлы зона, аҫтағыһы — был шарттар тәьҫир итмәгән баҫымлы һыу зонаһы. Г.р. төп берәмектәре — төбәк (басс. системаһы), провинция (беренсе тәртиптәге басс.), провинция эргәһендә (икенсе тәртиптәге басс.), өлкә (өсөнсө тәртиптәге йәки төбәк ҡойоу басс.). РФ‑тың Г.р. б‑са (Р.Ф.Абдрахманов, В.Г.Попов, Н.Н.Толстунова) БР терр-яһы 3 провинцияға ҡарай: Көнсығыш Европа ҡатлам (ҡабыҡ-блок һәм блок‑ҡатлам) һыуҙарҙың  басс. системаһының Көнсығыш Рәсәй  ҡатмарлы бассейны, Урал алды ҡатмарлы бассейны, Таймыр-Урал ҡабыҡ (юлаҡ‑блок, ҡатлам-блок һәм ҡатлам) һыуҙары  басс. системаһының Оло Урал ҡатмарлы бассейны. (Ҡара: карта).

Әҙәб.: Методические основы гидрогеологического районирования территории СССР. М., 1990.

В.Ф.Ткачёв

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика