ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ. Д.‑и.у. ололар һәм балалар өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар, диспансерҙар, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте, ашығыс медицина ярҙамы станциялары, һуғыш ветерандары госпиталдәре, медицина үҙәктәре, клиникалар (вуздар һәм ҒТИ‑лар составындағы йәки уларға буйһонған), шифахана-курорт учреждениелары ҡарай. Пр‑тиеларҙа табип һәм фельдшер һаулыҡ һаҡлау пункттары, ҡайһы берҙәрендә медицина‑санитария бүлектәре бар. Ауыл халҡына мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн район һәм участка дауаханалары, табип амбулаториялары, фельдшер‑акушерлыҡ пункттары эшләй. Башҡортостанда тәүге Д.‑и.у. 18 б. уртаһында асыла (ҡара: Һаулыҡ һаҡлау). 2010 й. БР‑ҙа 423 дәүләт һәм муниц. Д.‑и.у. булған.

Т.К.Макарова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.