АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 329; 1939 — 287; 1959 — 273; 1989 — 266; 2002 — 296; 2010 — 326 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Хәлит, Сәйфелмөлөк, Хаттатислам һәм Әхтәм Аҙанғоловтар билдәле. 1795 й. 10 йортта 51 кеше йәшәгән, 1865 й. 22 йортта — 147 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке