ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы (19.6.1964, Энгельс ҡ.), психофизиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2006). Полиция полк. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып хәрби табип, полктың мед. пункты нач., 1991 й. — Асҡын үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. 1995 й. башлап ӨЮИ-ла: лаб. нач., 1999—2006 йй. психология һәм суд медицинаһы каф. начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге оператив эҙләү, соц. һәм экстремаль психология, һөнәри педагогика, суд медицинаһы һәм психиатрия, һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеү ысулдарын эшләү, йәштәр араһында девиант тәртипте төҙәтеү һәм наркоманияны иҫкәртеү проблемаларына арналған. И. ҡатнашлығында бронхиаль астма һәм специфик булмаған хроник үпкә ауырыуҙары, гипертония ауырыуы булған пациенттар өсөн өйрәтеү программалары, эске эштәр органдары хеҙм‑рҙәрен мед.‑психологик реабилитациялау ысулдары эшләнә һәм БР‑ҙа ғәмәлгә индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Хронический бронхит и предбронхит у нефтехимиков. Уфа, 1996 (авторҙ.); Психология и педагогика в деятельности сотрудников органов внутренних дел. Уфа, 2001; Образовательные программы в профилактике заболеваний, улучшении качества жизни больных и здоровых в практике врача: рук. для врачей. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке