ИСУПОВ Филадельф Григорьевич (23.5.1923, Пермь ҡ. — 31.5.1977, Өфө), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1955 й. тиклем санитария‑эпидемиология ст. (Коркино ҡ.) лаб. мөдире булып эшләй. 1959 й. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда: лаб. мөдире, 1966 й. башлап фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге вирусҡа ҡаршы препараттар, грипты диагностикалау һәм вакцина ярҙамында иҫкәртеү ысулдарын эшләү м‑н бәйле. И. етәкс. гриплы актив булмаған, адсорбцияланған химик вакциналар эшләнә һәм етештереүгә индерелә, вируслы инфекцияларҙы дауалау һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн интерферон препаратын алыу ысулы камиллаштырыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.