ИНСУЛЬТ (лат. insultus — өйәнәк), баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, мейе туҡымаһының үлеүенә килтерә. И. мейе функцияларының ҡапыл боҙолоуы йәки юға- лыуы (24 сәғәттән ашыуыраҡҡа) һәм сығанаҡлы неврологик һәм (йәки) дөйөм мейе симптомдары хас. И. төрҙәре: ишемик (мейе инфаркты), мейене туҡландырып торған тамырҙың тығылыуы йәки тарайыуы һөҙөмтәһендә уның ҡан м‑н тәьмин ителеүе туҡталыуҙан йәки кәмеүҙән барлыҡҡа килә (йышыраҡ осрай, 75%‑тан ашыу) һәм геморрагик — мейе тамырының шартлауы һөҙөмтәһендә мейегә, уның ҡабығы аҫтына һәм ҡарынсаларына ҡан һауыу. И. барлыҡҡа килеүгә атеросклероз, гипертония ауырыуы, шәкәр диабеты, ҡан ауырыуҙары, тәмәке тартыу, алкоголизм, стресс һ.б. булышлыҡ итә. И. төп симптомдары зарарланыу сығанағының урынына, ҙурлығына, үҫеү тиҙлегенә бәйле һәм өҫкө мейе ҡабығы функцияларының боҙолоуы, баш һөйәге эсендәге юғары баҫым һ.б. м‑н берлектә һиҙеүсәнлектең, хәрәкәт итеү функцияларының боҙолоуынан күренә. Диагностика өсөн клиник, инструменталь һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз, хирургик, аяҡҡа баҫтырыу осоронда — физиотерапия, дауалау физкультураһы, массаж һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: гидроцефалия, шешенеү, мейе үлеү һ.б. Иҫкәртеү: артериаль гипертонияны дауалау, атеросклерозды, тромбоэмболияны булдырмау һ.б. И. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Н.А.Борисова, Р.В.Мәғжәнов, Л.Б.Новикова): ишемик И. ваҡытында иркен-радикаль окисланыу торошо (О.С.Колпикова), ишемик И. дауалағанда дарыу препараттарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге (Э.М.Колчина, С.И.Сафиулова һ.б.), И. үткәргән ауырыуҙарҙың эмоциональ мөхите (Е.Е.Липатова, Л.Р.Әхмәҙиева) өйрәнелә, супратенториаль урынлашҡан мейе эсенә гипертензив ҡан һауыу ваҡытында хирургик дауалау ысулдары индерелә (Р.Р.Гәрәев, М.С.Мостафин), ишемик И. һуң аяҡҡа баҫтырыу осоронда пациенттарҙың тормош сифатын баһалау үткәрелә (Т.М.Әбдрәшитов), БР‑ҙа И. таралыуы өйрәнелә (А.С.Рәхимҡолов). Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге эшләй, унда 2008 й. алып И. м‑н ауырығандарға ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу б‑са фәнни‑методик эш алып барыла. Өфөнөң 5‑се, 18‑се дауаханаларында, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында И. үткәргән ауырыуҙар өсөн реабилитациялау бүлексәләре асылған.

Әҙәб.: Инсульт: принципы диагностики, лечения и профилактики. М., 2002.

Л.Б.Новикова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.