“ИММУНОПРЕПАРАТ”, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш министрлығының «“Микроген” медицина иммунобиологик препараттар ҒПБ» ФДУП филиалы. Инфекцион, аллергик, соматик ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, иммунитетты коррекциялау өсөн иммунобиол. һәм фарм. препараттар эшләй һәм етештерә; микробиология, вирусология, иммунология, аллергология һәм биотехнология өлкәләрендә фәнни тикшеренеүҙәр алып бара. Өфөлә урынлашҡан. “И.” составында фән һәм технология, производство, сифат һ.б. департаменттар бар. Производство департаментына 11 цех инә: ҡан препараттары, интерферон, ассоциацияланған препараттар, культураль антирабиес вакцинаһы, грипҡа ҡаршы вакциналар, цитомединдар, күп компонентлы вакциналар, бактериофагтар етештереү, вакциналар, сывороткалар һәм финиш цехтары. 2010 й. 1756 кеше эшләгән, шулар араһында 5 фән д‑ры һәм 32 фән канд.; 2813,6 млн һумлыҡ 70‑тән ашыу төр продукция етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑та һәм яҡын сит илдәрҙә һатыла. 1905 й. Пастер ст. булараҡ ойошторола, 1908 й. алып Бактериология ин‑ты, 1921 й. — Санитария-бактериология ин‑ты, 1934 й. — Башҡ‑н өлкә санитария‑бактериология ин‑ты, 1938 й. — Башҡ‑н эпидемиология, микробиология һәм санитария ин‑ты, 1943 й. (эвакуацияланған Мәскәү өлкә эпидемиология һәм микробиология ҒТИ м‑н ҡушылғандан һуң) — И.И.Мечников ис. Өфө эпидемиология һәм микробиология ҒТИ, 1952 й. — Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ, 1988 й. — “И.” ҒПБ, 1995 й. — «“И.” ҒПБ» дәүләт пр‑тиеһы, 1997 й — “И.” ДУП‑ы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. 1917 й. ҡарата ин‑тта 10‑дан ашыу бактериаль препарат төрө етештерелә, 20‑се йй. уртаһынан натураль сәсәк, ҡайтмалы һәм сабыртмалы тифтар, дизентерия, ваба, дифтерия, ҡыҙылса, скарлатина, туберкулёз, тапма, һын ҡатыу ауырыуын һәм гельминтоздарҙы иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла. 1934—35 йй. ин‑т базаһында БДМИ-ның дөйөм гигиена һәм микробиология каф. булдырыла. Б.В. һуғышы йылдарында ин‑тта 30‑ҙан ашыу төр препарат етештерелә, алиментар-токсик алейкия, грипп, лептоспироз иммунопрофилактикаһы һәм уларҙы дауалау, ҡорһаҡ тифы фагопрофилактикаһы мәсьәләләре өйрәнелә. 40‑сы йй. уртаһынан край эпидемиологияһы проблемалары, инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн етештереү технологияларын камиллаштырыу, бактериаль һәм вирус препараттарының специфик әүҙемлеген күтәреү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. 20 б. 60‑сы йй. башлап яңы иммунобиол. препараттар сығарыла, уларҙы алыу технологиялары эшләнә, 80‑се йй. алып дарыуҙар етештереү ысулдары индерелә һәм камиллаштырыла. “И.” мед. препараттары етештереүҙең 120‑нән ашыу технологияһы эшләнгән һәм камиллаштырылған, 100‑гә яҡын яңы препарат һәм уларҙың дарыу формалары, ш. иҫ. донъяла тәүге тапҡыр — ботулизм анатоксиндарының комплекслы препараты (1965), тулыһынса инактивацияланған ҡоро мейе антирабиес вакцинаһы (1968), дизентерияға, сальмонеллёзға, ҡорһаҡ тифына ҡаршы ҡоро бактериофагтар алыу технологияһы (1968), уңайлы балансланған полианатоксин (ботулизм, гангрена, һын ҡатыуға ҡаршы; 1985), пневмония клебсиеллалары бактериофагы, поливалентлы клебсиеллалар бактериофагы (икеһе лә — 1991), поливалентлы пиобактериофаг, стафилококк-протей‑зәңгәр эренле адсорбцияланған вакцина (икеһе лә — 1993), гриппол вакцинаһы (1997, Иммунология ин‑ты м‑н берлектә; Мәскәү), сәсәтмәгә ҡаршы антитоксик иммуноглобулин (1998), ҡош грибы (2004) һәм сусҡа грибы (2010) вакциналары һ.б. эшләп сығарылған. Пр‑тие Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1980), халыҡ-ара приздар һәм миҙалдар м‑н бүләкләнгән, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (1998, 1999, 2006), “РФ‑тың иң яҡшы сәнәғәт предприятиеһы” (2009) конкурстары лауреаты була; “И.” продукцияһы СССР ВДНХ‑һының һәм ВВЦ‑ның 96 миҙалы м‑н бүләкләнгән, уйлап табыуға 160‑тан ашыу СССР авторлыҡ танытмаһы һәм РФ патенттары бирелгән. Дир.: Я.М.Пальчиковский (1905 й. алып), Н.Ф.Метёлкина‑Пальчиковская (1905 й. сент. алып), В.Н.Крыжановский (1906 й. алып), С.В.Сенкевич (1931 й. алып), М.В.Попов (1935 й. алып), С.А.Белявцев (1936 й. алып), А.Н.Критский (1937 й. алып), И.Г.Ибраһимов (1939 й. алып), И.И.Кочергин (1940 й. алып), И.А.Голиков (1940 й. июленән алып), А.П.Музыченко (1942 й. ғин. алып), П.Н.Шишкин (1942 й. июленән алып), Л.А.Бир (1943 й. алып), И.З.Карпов (1945 й. алып), Е.В.Вострикова (1948 й. алып), Ө.С.Йәнекәева (1949 й. алып), Р.Ш.Мағазов (1978 й. алып), М.М.Алсынбаев (1995 й. алып).

М.М.Алсынбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018