ИММУНИТЕТ (лат. immunitas — азат булыу, ҡотолоу), тере йән эйәләренең үҙ бөтөнлөгөн һәм биол. индивидуаллеген һаҡлап ҡалып, зарарлаусы агенттар тәьҫиренә ҡаршы тороу һәләте; организмдың барлыҡ генетик сит нәмәләрҙән һаҡланыу ысулы. Кеше, хайуан һәм үҫемлек И. (фитоиммунитет); бактерияға, вирусҡа, ағыуға, шешкә ҡаршы, тыумыштан булған, барлыҡҡа килгән һ.б. И. айырып йөрөтөлә. Кеше һәм умыртҡалы хайуандар инфекцион ауырыу үткәргәндән йәки вакциналар һәм анатоксиндар ебәргәндән һуң актив И., сывороткалар һәм иммуноглобулиндар ебәргәндән һуң пассив И. алыуға һәләтле (яңы тыуған балала ауырлы әсә организмынан килгән антиесемдәр иҫәбенә һәм күкрәк һөтөн имгәндә барлыҡҡа килә). Тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән И. күҙәнәктәр И. һәм гумораль И. бүленә. Организмдың айырым бер ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмға специфик бирешмәү кимәле (иммунологик реакциялар б‑са баһалана) И. көсөргәнешлек дәрәжәһенә ҡарап билдәләнә. Инфекцион ауырыу тыуҙырғыстарға һәм канцерогендарға ҡарата кеше И. түбәнәйеүенә булышлыҡ иткән иң мөһим факторҙарға тирә‑яҡ мөхитте бысратыу, ксенобиотиктар тәьҫире, стресс, микронутриенттар (аминокислоталар, витаминдар, минералдар һ.б.) етешмәүе, туҡланыу үҙенсәлектәре һ.б. инә. Фитоиммунитет хужа‑үҫемлектең туҡымалары һәм ағзалары төҙөлөшөнөң морфол. үҙенсәлектәренә, күҙәнәктәрендә алкалоидтар, гликозидтар һ.б. булыуға, фитонцидтар барлыҡҡа килеүгә, фермент системаларының эшмәкәрлек активлығына һ.б. бәйле. Медицинала, ш. иҫ. ветеринарияла, серодиагностика (антигендар һәм антиесемдәр араһында реакциялар), серотерапия (антиесемдәрҙе яһалма ебәреү) һәм төрлө ауырыуҙарҙы сероиҫкәртеү (специфик И. булдырыу маҡсатында иммунлаштырыу) ысулдарын ҡулланалар; И. реакцияларын ш. уҡ биотехнологияла, биохимияла, ген инженерияһында, генетикала файҙаланалар. Үҫемлектәр селекцияһында И. өйрәнеү өлкәһендәге фәнни ҡаҙаныштар а.х. культураларының ауырыу тыуҙырғыстарға, ҡоротҡостарға һәм уларҙың тереклек эшмәкәрлеге ҡалдыҡтарына ҡарата бирешмәүен булдырыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Иммунология.

З.Ғ.Ғәбиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.