ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы (23.10.1966, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 2001 й. алып Респ. кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й. башлап БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге баш мейеһе артерияларының, йөрәктең ишемия ауырыуының һ.б. окклюзия патологияһын хирургик дауалау проблемаларына арналған. И. ҡатнашлығында магистраль ҡан тамырҙарына операция яһағанда реокклюзияларҙы, коронар шунтлау ваҡытында йөрәк ритмы боҙолоуын иҫкәртеү ысулдары эшләнә. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Профилактика осложнений в хирургии сонных артерий. Уфа. 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.