АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ, Реактив ғилми‑тикшеренеү институты. 1996 й. Өфөлә ӨДНТУ эргәһендәге “Реактив” дәүләт инженер үҙәге Теүәл органик синтез ҒТИ м‑н ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә, 2004 й. алып Фән һәм инновациялар б‑са федераль агентлыҡ, 2007 й. — ӨДНТУ эргәһендә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кислородлы, көкөртлө, азотлы, кремнийлы органик берләшмәләрҙең төҙөлөшөн һәм химик үҙенсәлеген тикшереү; аҙ күләмле химия продукттары, реактивтар һәм айырыуса таҙа матдәләр уйлаптабыу, етештереү; нурланыу төрҙәренең химик процестарға һәм продукттарға йоғонтоһон, ватан химия, нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеларының барлыҡҡа килеү, нығыныу һәм үҫешеү тарихын өйрәнеү; химик сеймал һәм яғыулыҡтың һ.б. альтернатив сығанаҡтарын асыу. Ин‑т составында 4 бүлек, 8 лаб., вуз‑ара тикшеренеүҙәрҙең физик‑химик ысулдары лаб., химик реактивтарҙы һәм аҙ күләмле химия продукттарын анализлау б‑са лаб.; редакция‑нәшриәт бүлеге, “Реактив” нәшриәте, “Башкирский химический журнал” һәм “История науки и техники” (“Фән һәм техника тарихы”) ж. редакциялары. 60 ғилми хеҙм‑р араһында 1 БР ФА акад., 10 фән д‑ры һәм 20 канд. (2007). 1997—2007 йй. 3 һөнәр б‑са аспирантура эшләй.

Ин‑т ғалимдары тарафынан умартасылыҡ, балыҡ хужалығы, малсылыҡ өсөн биостимуляторҙар, анестезия һәм антигельминт препараттары, күмер, алтын, көмөш, платина, һирәк һәм тарҡау элементтарҙы флотациялау өсөн, полиграфия сәнәғәте өсөн реагенттар, коррозия ингибиторҙары, хроматографик анализ ысулы өсөн стандарт өлгөләр һәм фазалар, юғары вакуумлы техника өсөн майҙар, радиациянан һ.б. нурланыуҙан һаҡланыу өсөн ҡаплауҙар һәм техника, нурланыш берәмеген һәм күләмен билдәләүсе компакт полимер индикаторҙары, юғары эффектлы пластификаторҙар һ.б. эшләнә; аҙ күләмле химик продукттар алыуҙың 200‑ҙән ашыу технологияһы етештереүгә индерелә. Уйлап табыуға 60‑тан ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алына; 40‑тан ашыу ғилми хеҙмәт нәшер ителә (2007). Йыл һайын (2000 й. алып) “Химик реактивтар, реагенттар һәм аҙ күләмле химия процестары”  (“Химические реактивы, реагенты и процессы малотоннажной химии”), “Тәбиғәт фәне тарихының химия, химия технологияһы һәм нефть эше өлкәһендә бөгөнгө проблемалары” (“Современные проблемы истории естествознания в области химии, химической технологии и нефтяного дела”) халыҡ‑ара фәнни конф. уҙғарыла. Ин‑т БР, РФ, БДБ илдәре, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һ.б. ғилми‑техник ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Р.С.Мөсәүиров (1996 й. алып), Д.Л.Рахманҡолов (2007 й. алып), Р.Р.Чанышев (2008 й. алып вазифа башҡарыусы).

Әҙәб.: Проблемы развития малотоннажной химии России: (из истории возникновения, становления и реорганизации науч.‑исслед. ин‑та малотоннажных хим. продуктов и реактивов). Уфа, 2004.

Е.А.Удалова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018