ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире, 2006 й. — “Шәхси доктор клиникаһы” ЯСЙ дир., бер үк ваҡытта Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы ун‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре организмдың насар физик факторҙар тыуҙырған экстремаль һәм терминаль торошоноң патологик физиологияһын өйрәнеүгә, алкоголь комаһын һәм команан һуңғы алкоголь интоксикацияларын дауалау өсөн физиогемотерапия файҙаланыуға, реанимациянан һуңғы осорҙа ауырыуҙарҙы реабилитациялау проблемаларына арналған. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Алкогольная кома и лазеротерапия в эксперименте. Уфа, 2003 (авторҙ.); Спектрально‑когерентный анализ электроэнцефалограмм у детей с парксизмальными расстройствами сна. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Д.Ә.Йәнекәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке