ЗООГИГИЕНА (зоо... һәм гигиена), хайуандар гигиенаһы, хайуан организмының тышҡы мөхит м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән һәм а.х. малын рациональ аҫрау шарттарын билдәләгән фән. З. төп бурыстары: хайуандарҙың һаулығын һаҡлау, уларҙың продуктлылығын күтәреү, ш. уҡ тирә‑яҡ мөхитте малсылыҡ биналарының ағынты һыуҙары м‑н бысраныуҙан һаҡлау. Дөйөм һәм шәхси З. айырып йөрөтәләр. Дөйөм З. һауа мөхите, тупраҡ, һыу, мал аҙығы гигиенаһы, ашатыу һәм эсереү режимы, малсылыҡ биналарының микроклиматы, малдарҙы йәйен һәм ҡышын аҫрау режимы мәсьәләләрен өйрәнә, көтөүҙе тулыландырыуҙың һәм һау йәш мал үҫтереүҙең оптималь шарттарын билдәләй; малсылыҡ объекттарын проектлауға һәм төҙөүгә, уларҙың урынлашыу урындарына, төҙөлөш материалдарына һ.б. талаптар ҡуя. Шәхси З. ш. уҡ мәсьәләләрҙе төрлө төр, йәш һәм тәғәйенләнешле малдарға ҡарата климат шарттарын иҫәпкә алып өйрәнә. З. зоотехния, ветеринария, метеорология, физика, химия һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда З. б‑са системалы фәнни тикшеренеүҙәр 1945 й. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) зоогигиена каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай, малды көтөүлектә аҫрауҙы ойоштороу б‑са саралар эшләнә (Т.Р.Ғәйнуллин), малсылыҡ биналарының микроклиматын оптималләштереү өсөн газ горелкаларын һәм төрлө вентиляция системаларын ҡулланыу нигеҙләнә (Н.Ш.Мәмлиев). 60‑сы йй. башынан а.х. малының организмына һауаны яһалма ионлаштырыу тәьҫирен өйрәнеү фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлеше булып тора: аэроиондарҙың сусҡаларҙың продуктлылығына (В.И.Мозжерин), уларҙа туҡлыҡлы матдәләрҙең эшкәртелеүенә һәм газ әйләнешенә (Е.П.Дементьев), продуктлылығына һәм үрсем һәләтенә (С.Ғ.Кәримова); сальмонеллёзға һәм сусҡа килаһына (Ф.Ә.Кәримов), быҙау сальмонеллёзына (Е.В.Цепелёва) ҡаршы вакцинацияланған малдар иммунитетының тотороҡлолоғона тәьҫире б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 90‑сы йй. йәш һыйыр малын үҫтергәндә һәм ашатҡанда малсылыҡ объекттарының микроклиматын зоогигиеник тикшереү үткәрелә (М.Л.Аранцев, Р.З.Закиров, Р.И.Хәбибуллин) һ.б. 2000 й. малдың тәбиғи резистентлығын арттырыу өсөн биостим препараты уйлап табыла (В.А.Алопин, Дементьев, Р.Ғ.Фазлыев) һәм быҙауҙарҙың организмына уның тәьҫире өйрәнелә (Р.Р.Ғиззәтуллин) һ.б.

Әҙәб.: Гигиена животных /В.И.Мозжерин [и др.]. Уфа, 1997; Гигиена животных /А.Ф.Кузнецов [и др.]. М., 2001; Зоогигиена /И.И.Кочиш [и др.]. СПб., 2008.

Е.П.Дементьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика