ЗӘҢГЕ (лат. scorbutus), кеше организмында С витамины (аскорбин к‑таһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла. З. йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө м‑н бергә килә. Төп симптомдары: дөйөм хәлһеҙлек, гингивит, теш ҡаҙнаһының ҡанауы, тештәрҙең бушауы һәм төшөүе, мускулдарға, быуындарға, тире аҫты күҙәнәктәренә һәм эске ағзаларға ҡан һауыуы, һигеҙгүҙ һөйәгендә һәм аяҡ‑ҡулдарҙа (бигерәк тә аяҡтарҙа) ревматоид ауыртыуҙар. Диагностика өсөн анамнез, С витаминына ҡан һәм бәүел анализдары мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: яҡшы аҙыҡ (яңы өлгөргән емеш-еләк һәм йәшелсә), составында С, ш. уҡ Р витамины булған медикаментоз препараттар. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күреү һәләтен юғалтыу, быуын ҡатыу, лайлалы тиресәләрҙән һәм эске ағзаларҙан ҡан китеү һ.б. Иҫкәртеү: яҡшы аҙыҡ м‑н туҡланыу. 20 б. 30‑сы йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) ҡымыҙҙа С витамины миҡдары (уны әсетеү оҙайлығына бәйле) һәм организмда С витамины етешмәгәндә ҡымыҙ менән дауалау һөҙөмтәлелеге (Б.В.Сөләймәнов), дарыу үҫемлектәрендә һәм витаминлы үҫемлектәрҙә аскорбин к‑таһы миҡдары (И.А.Лерман, Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.) өйрәнелә. 40‑сы йй. Өфө витамин заводында үҫемлектәрҙән алына торған С витамины, ылыҫ эшкәртеү, синтетик аскорбин к‑таһы цехтары ойошторола, уларҙа завод һәм Бөтә Союз ғилми‑тикшеренеү витамин ин‑ты хеҙм‑рҙәре (Ленинград; Г.И.Краснокутский, В.Г.Кристаллинская) тарафынан эшләнгән технологиялар ҡулланыла. 50‑се йй. Ботаника баҡсаһында (ҡара: Ботаника баҡса‑институты) 150‑нән ашыу төр үҫемлектә С витамины миҡдары тикшерелә (Е.Н.Клобукова-Алисова).

Т.Р.Зөлҡәрнәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика