ЗАХАРОВ Игнатий Иванович [1.4.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Өйәҙебаш а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 14.12.1993, Ижевск], хирург. Мед. ф. д-ры (1965), проф. (1967). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1939) Сыуаш АССР‑ында эшләй: 1940 й. башлап Шераут дауаханаһының баш табибы; 1941 й. алып бүлек нач., 1943 й. — 3067‑се эвакогоспиталдең төп хирургы. 1949 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1953—55 йй. Респ. клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара; 1966—79 йй. Ижевск мед. ин‑тының дөйөм хирургия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге травма ваҡытында алынған төрлө яраларҙы, хроник остеомиелит булғанда мускул һәм тире пластикаһын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика