ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич (Александрович) (31.1.1938, Винница ҡ.), фармаколог. Мед. ф. д-ры (1987), проф. (1990). РФ-тың (2003) һәм БР-ҙың (1995) атҡ. фән эшмәкәре. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Ҡариҙел р-нының Кирҙә участка дауаханаһында баш табип булып эшләй. 1964 й. алып БДМУ-ла: 1971— 77 йй. ижтимағи профессиялар ф-ты деканы, 1995 й. — клиник фармакология курсы мөдире, бер үк ваҡытта 1974—77 йй. ғилми-тикшеренеү секторы етәксеһе; 1987 й. — Органик химия ин‑тында (2002 й. тиклем лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге аллергия ауырыуҙары ваҡытында бронхылар тонусын фармакологик яйға һалыу мәсьәләләренә арналған. З. етәкс. психотроп, сей яраға һәм шешеүгә ҡаршы тәьҫир итеүсе биологик актив матдәләр эшләнә; сей яраға ҡаршы тонарол препараты етештереүгә индерелә. 430-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 62 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гистамин и противогистаминные средства. Уфа, 1995; Тонарол. Уфа, 2001 (авторҙ.); Особенности медикаментозной терапии бронхиальной астмы у беременных женщин и детей. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика