ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы (10.6.1971, Өфө), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2006). Ә.Н.Закированың ҡыҙы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1995) Өфөлә эшләй: ҡала неврология диспансерында, 1997—99 йй. һәм 2000—06 йй. 13‑сө дауаханала (2005 й. алып баш табип урынбаҫары), 1999 й. башлап 15‑се, 2007 й. — 21‑се дауахананың баш табибы урынбаҫары, 2010 й. — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында клиник функциональ диагностика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарының патогенезын өйрәнеүгә арналған. З. ҡатнашлығында йөрәктең ишемия ауырыуын диагностикалау һәм β‑адреноблокаторҙар һәм антиоксиданттар ҡулланып дауалау ысулдары эшләнә, улар БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Современные подходы к диагностике и лечению инфекционного эндокардита: рук. для врачей. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика