ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы (1.1.1977, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2010). Ш.З.Заһиҙуллиндыңулы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй (2004 й. алып халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең пейсмекер каналын, электр ҡырын өйрәнеүгә арналған. З. ҡатнашлығында дифференциаль векторкардиография, миокард Q‑инфарктын диагностикалау ысулдары, миокард инфарктын нейроселтәр ҡулланып диагностикалау өсөн “Нейрокард” компьютер программаһы эшләнә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Интегральная электрокардиотопография: атлас. Уфа; Тверь, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика