ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы (14.2.1904, Өфө — 4.8.1982, шунда уҡ), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1961), проф. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1956), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1946). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1928). 1931 й. башлап 3‑сө терапия дауаханаһының баш табибы (Өфө), 1934 й. — БДМИ‑ла (1956 й. алып госпиталь терапияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1941—45 йй. Өфө ҡала башҡарма ком‑ты һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш терапевы. 1972 й. башлап СССР ФА БФ поликлиникаһының ғилми консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге кардиология, курортология, пульмонология, тергеҙеү мед. мәсьәләләренә арналған. З. тарафынан көкөртлө нефть һәм уны эшкәртеү продукттары м‑н хроник ағыуланған ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалауҙың (ҡымыҙ һәм “Йоматау”, “Красноусол” шифаханаларының дауалау факторҙарын ҡулланып) комплекслы ысулдары эшләнгән һәм дауалау практикаһына индерелгән. 110 фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1955).

Хеҙм.: Состояние сердечно-сосудистой системы при крупозной пневмонии. Уфа, 1946; Инфаркт миокарда. Уфа, 1966.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

 

 

 

Яндекс.Метрика