ЗАВЬЯЛОВА Нина Алексеевна (29.7.1924, Троицк ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1947) 1956 й. тиклем Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1954 й. алып БДМИла уҡыта. 1987—2011 йй. Өфө хужалыҡ иҫәбендәге поликлиникала эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күҙҙең алғы өлөшө ауырыуҙары ваҡытында калликреин‑кинин системаһын, трахоманы, аденовируслы конъюнктивиттарҙы, күҙ ҡабағы демодекозын, үҙәк нервы системаһы ауырыуҙары булғанда күреү һәләте боҙолоуын өйрәнеүгә бәйле. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Руководство по трахоме. Уфа, 1970 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика