ЖДАНОВ Константин Валерьевич (14.2.1968, Өфө), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Хәрби-мед. акад. тамамлағандан һуң (Ленинград, 1991) шунда уҡ эшләй: 2010 й. алып инфекцион ауырыуҙар каф. (мед. паразитологияһы һәм тропик ауырыуҙар курсы м‑н) мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре вируслы инфекциялар, ш. иҫ. кеше иммунодефициты вирусы инфекцияһы, вируслы гепатит проблемаларына; инфекцион иммунологияға арналған. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Интенсивная терапия инфекционных болезней. СПб., 2010 (авторҙ.); Руководство по инфекционным болезням: в 2 кн. 4‑е изд., перераб. и доп. СПб., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.