ЕГОРОВА Наталья Николаевна (11.7.1956, Белорет ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләй. 1984 й. алып БДМУ‑ла: 1987 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1997 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р; 1999 й. алып уҡыта, бер үк ваҡытта Рәсәй Мед. ФА БФҮ‑нең — БР ФА‑ның Мед. фәндәре бүлегенең ғилми секретары. Фәнни эшмәкәрлеге ксенобиотиктарҙың кеше организмына тәьҫирен өйрәнеүгә, насар экологик шарттарҙа йәшәгән халыҡты һауыҡтырыу проблемаларына арналған. Е. атмосфера һауаһында химик берләшмәләрҙең ағыулы булыуын баһалау ысулын эшләй, бензолдың 5‑метил сығарылмаһы өсөн рәсми сикләнеүле концентрацияны нигеҙләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Хемилюминесцентная оценка химических загрязнений атмосферы. Уфа, 1999; Здоровый образ жизни — основа сохранения здоровья населения. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика