ДРУЖИНИНА Наталья Анатольевна (10.8.1951, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1983 й. алып БДМУ‑ла, 1999 й. — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙың туҡланыу проблемаларын өйрәнеүгә, аш һеңдереү, бәүел бүлеп сығарыу һәм эндокрин системалар ағзаларының хроник ауырыуҙары ваҡытында диетотерапия ысулдарын эшләүгә арналған. Д. ҡатнашлығында балаларҙа хроник гастродуоденитты ниглизин препаратын ҡулланып дауалау ысулдары һәм ашҡаҙан‑эсәк юлының хроник ауырыуҙарын диагностикалауҙың цитохимик алымдары ғәмәлгә индерелгән. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Физиология, патология и охрана здоровья детей подросткового возраста. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018