ДОРСАЛГИЯ (лат. dorsum — арҡа һәм гр. algos – ауыртыу), терәк-хәрәкәт аппаратының (умыртҡа араһы быуындары, дүңгәләктәре, мускулдар, бәйләүестәр, һеңерҙәр, фасциялар) дистрофик һәм функциональ үҙгәрештәре сәбәпсе булған ауырыу. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары: арҡа ауыртыу (хәрәкәт иткәндә көсәйә), умыртҡалыҡта хәрәкәттең сикләнеүе һ.б. Диагностика өсөн рентгенологик, ш. иҫ. компьютер һәм магнит-резонанс томографияһы, тикшереү мәғлүмәттәре һ.б. ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (анальгетиктар, шешеүгә ҡаршы саралар, биостимуляторҙар, транквилизаторҙар һ.б.), физиотерапевтик (электрофорез, УВЧ-терапия, импульслы ток, бальнеотерапия һ.б.), хирургик (невромаларҙы алып ташлау, йәбешмәләрҙе ҡырҡыу һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: психоген ауыртыу синдромы, мускулдарҙа һәм умыртҡа бағанаһында атрофик үҙгәрештәр һ.б. Иҫкәртеү: дауалау физкультураһы, һынды төҙәйтеү, эште ял м-н сиратлаштырыу. Д. б-са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: 20 б. 40—50‑се йй. — диагностикалау һәм дауалау (А.С.Борзунова, Н.И.Савченко), рефлексотерапияның һөҙөмтәлелеге б‑са (А.И.Слободчикова), 60—70-се йй. — Д. комплекслы дауалау ысулдарын эшләү б‑са (Н.А.Борисова, С.П.Зыков, В.Н.Новикова); 80-се йй. алып — Д. рефлексотерапия алымдарын ҡулланып диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү (Т.Л.Васильева, Г.А.Гермаш һ.б.), неврология (Л.Б.Новикова һ.б.), нейрохирургия (К.Ғ.Вәлиева, Р.М. Рәхмәтуллин, Ш.М.Сафин, В.А.Халиҡов һ.б.), физиотерапия (Р.Ғ.Вәлиев, А.Ғ.Ғәлләмов, Л.Т.Ғилметдинова), нейроортопедия б‑са (Н.А.Ветошкин, Б.Ш.Минасов, А.У.Млис, Р.Ә.Һөйөндөков). 1994 й. башлап Өфөлә Мануаль терапия үҙәгендә Д. м-н ауырыусыларҙы диспансерлаштырыу, мануаль терапия (И.К.Ғайсин, Ю.О.Новиков) һәм рефлексотерапия (А.Ф.Ғәлләмова һ.б.) ысулдары м-н дауалау үткәрелә.

Ю.О.Новиков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.