ДОБРОХОТОВА Александра Ивановна (1884, Кострома губ. Кинешма ҡ. — 13.2.1958, Мәскәү), педиатр, инфекционист. СССР Мед. ФА-ның мөхбир ағзаһы (1952). Мед. ф. д-ры, профессор. СССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1948), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа инфекцион ауырыуҙарҙы (дизентерия, сәсәтмә, ҡыҙылса һ.б.) һәм уларҙан өҙлөгөүҙәрҙе дауалауға арналған. Д. ҡыҙылсаның серопрофилактикаһын, антибиотик терапия ысулдарын һ.б. эшләгән һәм дауалау практикаһына индергән. 1920 й. Д. етәкс. Өфөлә респ. тәүге балалар дауаханаһы асыла (1921 й. тиклем мөдир). 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1947), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Роль кишечной флоры в патогенезе расстройства питания. М., 1927; Коклюш. М., 1957; Корь и борьба с ней. М., 1959.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке