АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре. Йылына 1 тапҡыр орлоҡ бирә, орлоҡ ярҙамында ғына тарала. 6 төркөмгә бүленә: эфемерҙар, иртә яҙғы, һуң яҙғы, ҡышлаусы, ужым, ике йыллыҡ үләндәр. Эфемерҙарҙың (уртансы йондоҙҡай, бер йыллыҡ бажат һ.б.) вегетация осоро бик ҡыҫҡа (1,5—2 ай) булыу һөҙөмтәһендә, бер йәй эсендә 2—3 быуын өлгөрә. Иртә яҙғы үләндәр (алабута, ҡара һоло һ.б.) яҙын бик иртә сыға һәм культуралы үҫемлектәрҙе йыйып алғанға тиклем йәки улар м‑н бергә өлгөрә. Һуң яҙғы үләндәр (буҙ шыртүлән, ҡаймалы бесәй тарыһы һ.б.) тупраҡ ныҡлап йылынғандан һуң сыға һәм иртә культуралы үҫемлектәрҙе йыйып алғас өлгөрә, һуң яҙғы культуралар сәселгән ерҙә — улар м‑н бергә. Ҡышлаусы үләндәр (көтөүсе муҡсаһы, ромашка һ.б.) иртә яҙҙан сыҡҡан осраҡта вегетацияны ш. уҡ йылда тамамлай, һуңыраҡ шытҡанда үҫешенең теләһә ҡайһы фазаһында ҡышлай. Ужым үләндәре (арыш күстерәһе, ябай һеперткебаш һ.б.), ҡасан сығыуына ҡарамаҫтан, киләһе йылда ғына генератив фазаһына күсә. Ике йыллыҡ үләндәр (тарҙаҡай суҡмарбаш, ҡыр кәбеҫтәһе һ.б.) тәүге йылда көслө тамыр һәм уның тирәләй япраҡтар ебәрә, киләһе яҙҙа сәскә атыусы һабаҡ сығара һәм йәй аҙағында орлоҡ бирә. Башлыса иген культуралары, күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен ҡыйлай. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында ла таралған. Көрәш ысулдары: сәсеү әйләнешен үҙләштереү, үҫтерелеүсе культура орлоҡтарын таҙартыу, гербицид ҡулланыу, агротехниканы һаҡлау. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Сегетальные сообщества Башкирии / Б.М.Миркин [и др.]. Уфа, 1985; Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.