ДИСПАНСЕРҘАР (гр. dispenso — бүләм), ауырыуҙарҙың билдәле бер контингентына ҡарата динамик күҙәтеүҙе һәм саралар комплексын тормошҡа ашырған махсус дауалау-иҫкәртеү учреждениелары. Хеҙмәтләндереү йүнәлеше б‑са — тире‑венерология, наркология, онкология, туберкулёзға ҡаршы, психоневрология, табип-физкультура һ.б., терр. билдәләр б‑са респ., ҡала, район, район‑ара һ.б. Д. бүленә. Башҡортостанда тәүге Д. 20 б. 20‑се йй. барлыҡҡа килә. Өфөлә Тиревенерология диспансеры, Туберкулёзға ҡаршы диспансер асыла; ш. уҡ Д. Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа ойошторола. 30‑сы йй. аҙ. Баймаҡ ҡ., Белорет р‑нының Инйәр а. һәм Тирлән ҡасабаһында, Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында — туберкулёзға ҡаршы һәм тире‑венерология Д., Өфөлә трахоматоз Д. (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты) һ.б. асыла. 40‑сы йй. алып Д. эштең участка принцибына күсә; диспансерлаштырыу үҫеш ала: Баймаҡ р‑ны Сибай ҡасабаһында, Йәрмәкәй р‑ны Приют Станцияһы ҡасабаһында һ.б. Д. ойошторола. 1959 й. Респ. боғаҡҡа ҡаршы диспансер (1990 й. алып Респ. клиник дауаханаһының эндокринология бүлеге) булдырыла. Спортсыларҙың һаулыҡ торошон күҙәтеүҙе һәм халыҡты мед. реабилитациялауын Табип‑физкультура диспансеры һ.б. алып бара. БР‑ҙа 20 Д., ш. иҫ. Кардиология диспансеры, Онкология диспансеры, Наркология диспансеры №1, ш. уҡ 3 тире‑венерология, 3 туберкулёзға ҡаршы, 4 психоневрология, 5 наркология, 3 табиплыҡ‑физкультура Д. (2010) эшләйй.

Р.Д.Дорофеева, А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке