ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ, ауырыуҙар үҫешен иҫкәртеүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән халыҡ һаулығы торошон динамик күҙәтеү ысулы. Д. балалар, үҫмерҙәр, йөклө ҡатындар, айырым производстволарҙа махсус хеҙмәт шарттарында эшләгәндәр, хроник ауырыуҙарға дусар булғандар, инвалидтар һ.б. йәлеп ителә. Һаулыҡ торошона ҡарап йылына 1—4 тапҡыр йәки ай һайын үткәрелә. Башҡортостанда халыҡты Д. 20 б. 20‑се йй. башлана һәм сифилис, туберкулёз һ.б. социаль ауырыуҙарҙы бөтөрөүгә ярҙам итә. Башҡортостанда нефть сығарыу, нефтехимия сәнәғәте үҫеше сәнәғәт пр‑тиелары эшселәрен һәм һөнәри ауырыуҙары булған кешеләрҙе Д. ысулдарын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә булышлыҡ итә (Л.М.Карамова, Ғ.М.Мөхәмәтова һ.б.). 80‑се йй. ҡарата респ. диспансерҙарҙың киң селтәре булдырыла; Д. ҡала һәм ауыл халҡы йәлеп ителә. 30‑сы йй. алып венерик ауырыуҙар (М.М.Ғафаров, Т.Д.Калмыкова, С.М.Трайнин, А.К.Якубсон һ.б.), трахома (К.Р.Беленький, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, В.И.Спасский һ.б.), глаукома (М.Т.Аҙнабаев, М.А.Кальметьева), ревматизм (Б.Х.Әхмәтова), шәкәр диабеты (С.В.Базанова), йөрәктең ишемия ауырыуы (Әхмәтова, Л.Н.Минһажетдинова), стоматологик ауырыуҙар (Ю.Д.Барышева, Е.В.Боровский, Г.З.Демченкова), туберкулёз (М.М.Азаматова), наркологик ауырыуҙар (И.Р.Байков), ювениль хроник артриттар (Р.Н.Вәлиева, В.А.Малиевский), яман шештәр (Р.Т.Бүләков, Ш.Х.Ганцев, В.Н.Ручкин), ашҡаҙан‑эсәк ауырыуҙары (А.Я.Крюкова) һ.б. м‑н ауырығандарҙы Д. проблемалары өйрәнелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018