ДИЗЕНТЕРИЯ (гр. dys... — ҡыйынлыҡ, боҙолоу һәм еnteron — эсәк), кешенең һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Shigella заты бактериялары; кеше һәм хайуандар өсөн патоген, оҙаҡ ваҡыт тышҡы мөхиттә йәшәүгә һәләтле 4 төрө (S. boydii, S. disenteriaе, S. flexneri, S. sonnei) билдәле. Бактериаль, амёбалы, инфузориялы һ.б. Д. айырып йөрөтөлә. Ауырыу инфекциялы аҙыҡ‑түлек һәм һыу ҡулланғанда, бысраҡ ҡул, көнкүреш әйберҙәре һ.б. аша йоға. Д. бактериялары, токсиндар бүлеп сығарып, ашҡаҙан‑эсәк юлдарынан нәҙек һәм йыуан эсәктең лайлалы тиресәһенә үтеп инә. Инкубация осоро 1—7 (йышыраҡ 2—3) көн. Төп симптомдары: тән т‑раһының 38—39°С тиклем күтәрелеүе, дефекация теләгенең йышайыуы, лайла һәм ҡан ҡатыш эс китеү (тәүлегенә 10—20 тапҡыр), интоксикация, организмдың һыуһыҙланыуы. Диагностика өсөн лаб. тикшереү, ректороманоскопия мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: дарыуҙар ҡулланыу, диетотерапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: эсәктән ҡан китеү, эсәктәрҙең тишелеүе, перитонит, инфекцион токсикоз шогы, дисбактериоз, пневмония һ.б. Иҫкәртеү: һыу менән тәьмин итеүгә санитария күҙәтеүе, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2006 й. — 18,5; 2008 — 31,2; 2010 й. 21,2 Д. м‑н ауырыу осрағы иҫәпкә алынған. 1921 й. респ. Д. эпидемияһы теркәлгән (ҡара: Социаль ауырыуҙар). Д. сығанаҡтарын юҡ итеү б‑са эпидемиологик эште Санитария‑бактериология ин‑ты (ҡара: “Иммунопрепарат”) хеҙм‑рҙәре Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. дезинфекция станцияларында үткәрә. БДМИ‑ла 30—40‑сы йй. Д. диагностикалау һәм дауалау б‑са (Н.И.Мельников, М.Н.Мөхәмәтов һ.б.), 50—80‑се йй. тире реактивлығына нигеҙләнгән диагностика б‑са (Т.С.Вилькомирская, Р.Ф.Мөхәмәтрәхимова), Д. үткәргән ауырыуҙарҙы диспансерлаштырыу һөҙөмтәлелеге б‑са (А.И.Вишев), Д. дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са [С.П.Кривошеева, З.В.Разумова, И.В.Чернова, ш. иҫ. тиреоидин (З.Ә.Ихсанов), тетрациклин (Р.Ф.Әбдрәшитов), фтазин (Н.Н.Кәримова, Х.М.Туҡтарова) ҡулланып], 90‑сы йй. алып Д. диагностикалау һәм комплекслы дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са (Д.Х.Хунафина һ.б.) тикшеренеүҙәр алып барыла. Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда 50‑се йй. дизентерия бактериофагтарын алыуҙың яңы ысулдары эшләнә (Т.Ғ.Ниғмәтуллин), 80‑се йй. Н.Н.Ворошилова етәкс. поливалентлы дизентерия бактериофагы етештерелә башлай. Шулай уҡ ҡара: Инфекцион ауырыуҙар, Эпидемиология.

Д.Ә.Вәлишин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке