ДИЕТОТЕРАПИЯ (гр. diaita — йәшәү рәүеше, туҡланыу режимы һәм ...терапия), билдәле бер диета ҡулланып дауаланыу ысулы. Д. дауаланыуҙың төп йәки ярҙамсы ысулы булырға мөмкин. Д. дауалау тәьҫире төп һәм ауырыу м‑н бер үк ваҡытта булған ауырыуҙарҙы, хеҙмәт шарттарын, климатты, йәште һ.б. иҫәпкә алып индивидуаль диета һайлауға бәйле. Һаулыҡҡа зарарлы хеҙмәт шарттары булған пр‑тиеларҙа дауалау-иҫкәртеү туҡланыуы индерелә. 20 б. 30‑сы йй. алып респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында 1—16‑сы стандарт диеталар (М.И.Певзнер б‑са) ҡулланыла, 2005 й. дауалау туҡланыуының 6 варианты индерелә. 20 б. 40‑сы йй. башлап Медицина университетында гастрит (Н.С.Ҡазыханов), сей яра ауырыуы (А.Я.Крюкова) һ.б. гастроэнтерологик ауырыуҙар ваҡытында Д. ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә, туҡ эсәк дискинезияһы булғанда “Уфимская” (С.В.Базанова, Д.Н.Лазарева) һәм һимергәндә “Нурлы” (Л.Т.Ғилметдинова, И.Ә.Сәлимгәрәева) минераль һыуҙары м‑н бергә Д. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге һ.б. асыҡланған.

Т.Р.Зөлҡәрнәев, Р.Ғ.Ялалова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018