ДИАГНОСТИКА, (гр. diagnostikos — асыҡлауға һәләтле), медицинала: 1) ауырыуҙы асыҡлау өсөн ауырыған кешене тикшереү процесы. 2) Диагноз ҡуйыу һәм тейешле дауа тәғәйенләү маҡсатында ауырыуҙы асыҡлау принциптарын һәм ысулдарын өйрәнгән мед. фәне бүлеге. Табип-диагностика техникаһы, семиология, диагноз методикаһы бүлектәренән тора. Д. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. башы — 30‑сы йй. аҙ. трахоматоз, тире‑венерология, физиатрия, һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена ҒТИ‑лары, БДМИ асылғандан һуң башлана. Трахома (В.И.Спасский), тире ауырыуҙары (А.К.Якубсон), бруцеллёз (В.А.Жухин), эндокрин ауырыуҙар (А.М.Агоронов һ.б.), крупоз пневмониялар (А.А.Городецкий, З.Ш.Заһиҙуллин), үпкә һәм эсәктең яман шеш ауырыуҙары (Ә.С.Дәүләтов, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров), йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары (С.В.Базанова, Г.А.Пандиков, Ғ.Н.Тереғолов) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм Д. ысулдары камиллаштырыла. 60‑сы йй. ҡалҡан биҙе һәм бөйөр ауырыуҙарын диагностикалауҙа — радиоизотоп препараттар (Н.И.Тришина), инсультты, баш һәм арҡа мейеһе шештәрен диагностикалауҙа — дарыу препараттарын (К.Ғ.Вәлиева, С.П.Зыков, Р.М. Рәхмәтуллин һ.б.), 70‑се йй. ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙарын диагнос- тикалауҙа — туҡыма биопсияһы м‑н эндоскопия (Г.В.Грачёв, Ш.А.Зарипов), абдоминаль хирургияла һәм гинекологияла — ультратауыш диагностикаһын (Н.Н.Кәлимуллин), 80‑се йй. эске ағзалар ауырыуҙарын диагностикалауҙа — туҡыма биопсияһы м‑н компьютер‑томография тикшереүен (Р.Р.Мөхәмәтрәхимов, О.В.Серов, Э.З.Фәррәхов һ.б.), 90‑сы йй. ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалауҙа ультрасонодопплерографик тикшереүҙәрҙе (Н.А.Аверцев, И.В.Верзакова) ҡулланыу ысулдары камиллаштырыла һәм дауалау практикаһына индерелә. 50‑се йй. аҙ. республикала ауырыуҙарҙы дозонологик диагностикалау өсөн диспансерҙарҙа үҙәкләштерелгән махсус лабораториялар, 70—80‑се йй. Респ. клиник дауаханаһы һәм Респ. балалар клиник дауаханаһы базаһында респ. дауалау-диагностикалау үҙәктәре булдырыла. 90‑сы йй. алып респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡан ауырыуҙарын (Д.Р.Ваһапова, С.Ғ.Хәсәнова һ.б.), ВИЧ‑инфекцияны (А.В.Панкратов) диагностикалау өсөн файҙаланылған экспресс‑ысулдар, автоматик лаб. анализаторҙар һ.б. индерелә. Медицина университетында Д. лаборатор ысулдары (А.Й.Ғилманов, Э.А.Имелбаева, А.Р.Мәүжитов, Р.М.Хәйруллина) тикшерелә, 80‑се йй. уртаһынан Дипломдан һуң белем биреү ин‑тында лаборатор Д. б‑са белгестәр әҙерләнә. ӨДАТУ һәм БДМУ-ның уртаҡ лаб. эске ағзаларҙың төрлө ауырыуҙарын иртә стадияһында диагностикалау мөмкинлеген биргән ҡан һәм бәүел хемилюминесценцияһы ысулы эшләнә (Р.Ғ.Фәрхетдинов). Аграр университетта, мал ҡырылғанда һәм продуктлылығы кәмегәндә, уларҙың микроэлементоздары Д. өсөн клиник, гематологик һәм иммунологик ысулдарҙы ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (С.А.Ивановский, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова).

Э.А.Имелбаева, А.У.Кинйәбулатов, Р.Р.Мөхәмәтрәхимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018