ДЕОНТОЛОГИЯ (гр. deon, эйәлек килештә deontos – тейешле һәм ...логия), медицинала: мед. хеҙм‑рҙәре тәртибенең юридик, проф., этик нормалары һәм ҡағиҙәләре т‑дағы ғилем. Мед. проф. этикаһының ҡушма өлөшө булып тора. Табип серен һаҡлауҙы, ауырыуҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн мед. хеҙм‑рҙәренең яуаплылығын һәм үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен көйләүҙе һ.б. үҙ эсенә ала. Д. халыҡ-ара кодексы Бөтә донъя мед. ассоциацияһының Ген. Ассамблеяһы тарафынан Женевала ҡабул ителгән (1948). РФ терр‑яһында ш. уҡ Табиплыҡ этикаһы кодексы (1997) ғәмәлдә. Табиплыҡ этикаһы мәсьәләләре Өфө губ. табиптары йәмғиәтенең 1883 й. үткән 1‑се съезында тикшерелә. Д. нигеҙҙәре 1908 й. Өфөлә ҡатын‑ҡыҙҙар акушер-фельдшерлыҡ земство мәктәбендә (ҡара: Медицина колледжы) А.И.Подбельский етәкс. уҡытыла башлай. БДМИ‑ла 30—60 йй. студенттар, табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн Д. б‑са дәрестәр (З.Ә.Ихсанов, С.З.Лоҡманов, Ғ.Н.Тереғолов, С.М.Трайнин, Н.А.Шерстенников һ.б.) ойошторола; 70—80 йй. Д. б‑са тикшеренеүҙәр (Ф.Х.Камилов, Р.Ш.Мағазов, В.Ғ.Сәхәүетдинов һ.б.) үткәрелә. 1993 й. алып БДМУ‑ла Д. программаһы б‑са уҡытыу алып барыла (ҡара: Медицина белеме биреү). Дөйөм практика табиптарын (В.М.Тимербулатов, И.М.Харисова, Ә.Ғ.Хәсәнов, Н.Х.Шәрәфетдинова, В.Л.Юлдашев һ.б.), педиатрҙарҙы (С.Е.Беляев, В.Ш.Ваһапова, Ә.Ғ.Ғәббәсов, А.Ә.Ғүмәров, А.Ғ.Моталов һ.б.), стоматологтарҙы (С.В.Аверьянов, С.В.Чуйкин), акушер-гинекологтарҙы (Э.М.Зөлҡәрнәева, Ө.Р.Хәмәтйәнов һ.б.) әҙерләүҙә уҡытыу программалары камиллаштырыла.

Әҙәб.: Мырҙанов М.М., Хәсәнов А.Г., Халиҡов А.А. Хирургические ошибки. Уфа, 2009.

А.У.Кинйәбулатов, А.Ғ.Моталов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018