АДМИРАЛ (Vanessa atalanta), күбәләктәр отрядының күп төҫлөләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 6 см тиклем, алғы ҡанаттары өҫтән ҡара, аҡ таплы һәм ҡыҙыл ҡыя һыҙатлы, артҡылары — ҡара, сите ҡыҙыл һыҙатлы. Йомортҡалары 10 буй ҡырлы, йәшкелт, тумалаҡ, үҫемлектәргә һала. Ҡарышлауыҡтары ҡара, ҡыҙыл‑көрән йәки һарғылт йәшел төҫтә, ҡорһаҡ сегменттарының ян‑яҡтарында һары тулҡынлы һыҙыҡ бар, сәнскеле. Төрөлгән һәм ау м‑н беркетелгән япраҡтарҙа йәшәй, төрөлгән япраҡта ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары көрән төҫтә, арҡаларында парлы ялтыр түмһәләк бар. БР шарттарында йылына 3 быуынға тиклем үҫә. Оло заттар ҡышлай. Йәш күбәләктәрҙең осоп сығыу ваҡыты июль—сентябрҙә. Оло бөжәк сәскәләр нектары йәки үҫемлек һуты, ҡарышлауыҡтары кесерткән, шайтан таяғы, һирәгерәк тал һәм астра һымаҡтар м‑н туҡлана. Респ. үҙәк һәм көньяҡ райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018