ДАУЫТОВ Салауат Булат улы (1.5.1956, БАССР-ҙың Бүздәк р-ны Ҡаҙаҡлар‑Ҡобау а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1984 й. тиклем Учалы үҙәк район дауаханаһында, Өфө һәм Бәләбәй ҡҡ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләй. 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап ғилми-тикшеренеү секторы дир., 2005 й. — Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәттең БР б‑са идаралығы етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге сей яра ауырыуын хирургик дауалау мәсьәләләренә арналған. Д., аллоплант һәм лазерлы допплер флоуметрияһын ҡулланып, ашҡаҙандың һәм бөйән эсәгенең лайлалы тиресәһен ҡан м‑н тәьмин итеүҙе стимуллаштырыу һәм регенерациялау ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018