ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ, махсус һайланған физик күнекмәләр, тәбиғәт факторҙарын ҡулланып ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауырығандарҙы дауалау һәм мед. реабилитациялауы ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Д.ф. үҙ эсенә механотерапия, хеҙмәт терапияһы һәм дауалау массажын ала. Д.ф. төрҙәре: гигиеник, дауалау һәм производство гимнастикаһы, йөрөүҙең төрлө төрҙәре, йөҙөү, гидрокинезотерапия һ.б. Организмды һауыҡтырыу һәм нығытыу өсөн дөйөм һәм терәк‑хәрәкәт, йөрәк‑ҡан тамырҙары, тын юлдары, аш һеңдереү системаһы ауырыуҙары, травма, хирургик операциялар, йөклөлөк, һимереү һ.б. ваҡытында махсус күнекмәләр үткәрелә. Гимнастика күнегеүҙәрен 19 б. аҙ. Өфө губ. дауаханаһында һәм ҡымыҙ м‑н дауалау учреждениеларында ҡуллана башлайҙар. 20 б. 30‑сы йй. Өфө физиатрия ҒТИ‑нда Д.ф. төрлө ауырыуҙар ваҡытында ҡулланыу методикалары эшләнә (Н.Ф.Воробьёв). Б.В. һуғышы йылдарында Д.ф. эвакуация госпиталдәрендә хәрби хеҙм‑рҙәрҙе мед. реабилитациялауы өсөн ҡулланылған. 1952 й. Өфөлә Табип-физкультура диспансеры асыла. Башҡортостанда Д.ф. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДМУ‑ла (М.Г.Давыдович һ.б.), БДУ‑ла (Е.П.Клочков, С.С.Матвеев, Л.М.Матвеева һ.б.), ӨДАТУ‑ла (Л.А.Спицина, Н.А.Селезнева, Е.Г.Мокеева һ.б.), ӨДНТУ‑ла (А.П.Апришкин һ.б.), БДПУ‑ла (Э.Н.Хисамов), Башҡ‑н физик культура ин‑тында (П.С.Горулёв һ.б.) алып барыла. Профилактик Д.ф. Башҡортостанда 70—80‑се йй. эре сәнәғәт пр‑тиеларында производство гимнастикаһы һәм дауалау гимнастикаһы элементтары м‑н ярыш формаһында киң тарала. Бальнеологик йүнәлештәге Д.ф. “Йәшел сауҡалыҡ”, “Красноусол”, “Радуга” һ.б. шифахана һәм профилакторийҙарҙа бассейндар асылғандан һуң үҫеш ала.

А.У.Кинйәбулатов, Г.И.Мокеев, Е.Г.Мокеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.