ДАРЫУХАНАЛАР(гр. apothеkе — склад), дарыуҙарҙы, гигиена әйберҙәрен һәм башҡа мед. тауарҙарын әҙерләү, һаҡлау һәм һатыуҙы ғәмәлгә ашырған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Өфөлә 1787 й. — тәүге Б.Миллерҙың хосуси Д., 1807 й.  хөкүмәт Д. асыла. 1880 й. Өфөлә һәм 1881 й. Стәрлетамаҡ ҡ. тәүге земство Д. (ҡара: Земство медицинаһы)булдырыла. 1897 й. Өфө губернаһында 7 земство һәм 6 хосуси Д. була (16 фармацевт эшләй). 1916 й. халыҡты дарыуҙар м‑н 32 хосуси Д. тәьмин итә. РСФСР ХКС‑ының “Дарыуханаларҙы национализациялау тураһында” (1918) декретына ярашлы, хосуси Д. национализациялана. 1920 й. Өфө губ. ҡалаларында — 56, ш. иҫ. дауаханалар эргәһендә — 24, мед. участкалары эргәһендә  19 Д. (56 фармацевт, шуларҙың 36‑һы Өфөлә) эшләй. 1945 й. Д. һаны 108‑гә етә, 1950 й. — 146 (1092 Д. хеҙм‑ре, шуларҙың 537‑һе фармацевт). 1960—65 йй. БАССР‑ҙа – 109, ш. иҫ. ауыл ерендә — 80 Д. асыла. 90‑сы йй. башынан респ. хосуси Д. селтәрҙәре үҫеш ала: “Ваше здоровье” (ҡара: “Валеро”), “36,6” (ҡара: “ЛеММ”), “Фармленд”һ.б. 2010 й. респ. “Башфармация”пр‑тиеһы составында 173 дәүләт Д. була, ш. уҡ 4 муниц. һәм башҡа милек формаһында 400‑гә яҡын (филиалдары м‑н 1700 тирәһе) Д. эшләй. Шулай уҡ ҡара: Фармацевтика хеҙмәте.

И.М.Заһиҙуллин, О.С.Мартынюк

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.