“ГОРДЕЕВ М.В. ФИТОҮҘӘГЕ”, шифалы үләндәр, һауыҡтыра торған сәйҙәр, фитопрепараттар, кремдар, дарыу майҙары, бәлзәмдәр, умартасылыҡ продукцияһы һ.б. етештереү һәм һатыу пр‑тиеһы. 1995 й. нигеҙ һалына. Составы: производство бүлеге (Өфө р‑ны Урыҫ Юрмашы а.), Өфө (4), Стәрлетамаҡ (1), Мәскәү (2), С.‑Петербург (1), Екатеринбург (1), Магнитогорск (1) ҡалаларында, Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә а. (1) филиалдар. 2013 й. 100 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑та, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты (2000) һ.б.

М.В.Гордеев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика