ҒӘЛИЕВ Марс Ансар улы (24.4.1951, Бөрө ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1977) Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй (1995 й. башлап ғилми эштәр б-са дир. урынбаҫары), 1996 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре мед. экологияһы, тирә-яҡ мөхитте санитар һаҡлау, йәшәү хәүефһеҙлеге проблемаларына арналған. Ғ. тикшеренеү һөҙөмтәләре нефть сығарыу сәнәғәтендә һыу ресурстарын һаҡлау б-са ГОСТ 17.1.3.12—86 нигеҙен тәшкил итә. 270-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Охрана природы на нефтепромыслах Башкирии. Уфа, 1987 (авторҙ.); Экологические проблемы и правовая охрана окружающей среды в Республике Башкортостан. Уфа, 1998 (авторҙ.); Экология Башкортостана. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика