ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы (20.5.1959, Өфө), педиатр, аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д-ры (2000), проф. (2002). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1986—87 йй. Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһында эшләй, 1990 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙың тын алыу ағзалары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау, бронхиаль астма һәм аллергик ринит мәсьәләләренә арналған. Ғ. тарафынан ҡолаҡ, тамаҡ, танау ауырыуҙары булған мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы реабилитациялау алымдары эшләнә, улар БР-ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ 3 шиғри йыйынтыҡ авторы.

Хеҙм.: Вопросы пульмонологии и аллергологии. Уфа, 2009; Современные подходы к диагностике и лечению отдельных заболеваний органов дыхания у детей. Уфа, 2010; Здоровый и больной ребенок. Вопросы клинической диагностики основных симптомов и синдромов. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика