АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ, дәүләт идараһы өлкәһендә ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе хоҡуҡ тармағы. А.х. нормалары башҡарма власть органдарын ойоштороу, үҙгәртеү һәм бөтөрөү тәртибен, уларҙың компетенцияһын, яуаплылығын, эшмәкәрлек төрҙәрен һәм ысулдарын билдәләй, башҡарма власты ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың, йәмәғәт берекмәләренең, дәүләт хеҙм‑рҙәренең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын раҫлай. А.х. йәмғиәттең сәйәси, иҡт., ижт.-мәҙәни тормошо үҫешенә булышлыҡ итә, йәмәғәт тәртибен үтәүҙе һәм һаҡлауҙы, илдең оборона һәләтлелеген һәм именлеген нығытыуҙы тәьмин итә.

РФ Конституцияһына ярашлы адм. ҡануниәт РФ м‑н федерация субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһенә инә. БР-ҙа адм. мөнәсәбәттәр федераль һәм респ. норматив хоҡуҡ акттары м‑н көйләнә. БР‑ҙа 2003 й. 14 мартынан “БР Хөкүмәте тураһында”, 1994 й. 13 окт. “БР Дәүләт хеҙмәте тураһында”, 1996 й. 12 авг. “БР норматив хоҡуҡ акттары тураһында”, 2003 й. 13 мартынан “Республика башҡарма власть органдары тураһында” закондар, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары т‑да положениелар һәм башҡарма власть органдарының хужалыҡ, соц.-мәҙәни һәм адм.-сәйәси эшмәкәрлеген көйләүсе башҡа акттар ҡабул ителгән һәм эшләй. Федераль башҡарма власть органдары м‑н РФ субъекттарының башҡарма власть органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеүҙе тамамлау, башҡарма властың терр. органдары м‑н федераль органдары эшмәкәрлеген ҡулайлаштырыу, уларҙың функцияларының һәм вәкәләттәренең ҡабатланыуына юл ҡуймау, дәүләттең иҡт. эшмәкәрлегенә ҡыҫылыуын сикләү адм. реформаның өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора.

Н.В.Соколова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке