ИОАНН [донъяуи исеме Корионов Иван Несторович; 1823, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ярославка а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 29.1.1915, Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастыры], дин әһеле. Архимандрит (1901). Монахлыҡ ҡабул иткән (1851). 1838 й. алып Иоанн (Гордеев) нигеҙ һалған Йүрүҙән скиты послушнигы. 1852 й. башлап Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастырының иеродьяконы, 1855 й. — иеромонахы, 1860 й. — ҡаҙнасыһы, 1866 й. — настоятель вазифаһын башҡарыусы, 1868—1912 йй. — настоятеле (1876 й. игумен санына үрләтелә). И. етәкс. монастырь ҙур сиркәү‑хужалыҡ комплексы булып китә: монастырь ерҙәре майҙаны арта (105 дисәтинәнән 304 дисәтинәгә тиклем), 2 тирмән һатып алына һ.б.; Покров сиркәүе төҙөлә, типография асыла һ.б. 1912 й. ялға сыға. 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд. (1907), көмөш миҙалдар (1896, 1900), император Александр II тарафынан муйынға таға торған тәре (1878) м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: “Иоанн” (Гордеев) мәҡ. ҡарағыҙ.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке