ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы (23.3. 1970, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), философ. Филос. ф. д-ры (2010). У.С.Вилдановтың ҡустыһы. БДПИ- ны тамамлаған (1997). 1994—99 йй. Илсе урта мәктәбендә (1995 й. алып тәрбиәүи эш б-са дир. урынбаҫары) эшләй. 2001 й. башлап БДУ-ның Сибай ин-тында: 2002 й. — тарих-филол. ф-ты деканы урынбаҫары, 2007— 09 йй. — яңы һәм өр-яңы тарих каф. мөдире. 2010 й. алып ӨДИСУ-ның милли мәҙәниәттәр каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре аксиология, гносеология, онтология, соц.-мәҙәни эшмәкәрлек мәсьәләләренә һ.б. арналған. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Гносеологический анализ ценностей и ценностных ориентаций. М., 2008 (авторҙ.); Аксиологическая эпистемология. Уфа, 2009. 

 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика