ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ, башҡа диндән күскәндәр өсөн, Изге Никола сиркәүе. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1895—98 йй. сауҙагәрҙәр С.М.Белов, Н.С.Капустин һ.б. аҡсаһына Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе терр‑яһында төҙөлә, Ҡазан святителдәре Гурий, Варсонофий һәм Герман хөрмәтенә 1899 й. изгеләндерелә. Боронғо Византия стилендәге сиркәү таштан, бер көмбәҙле, манаралы була, сүкелгән ҡойма м‑н уратыла. Дүртмөйөшлө бина эстән 6 колонна м‑н 3 өлөшкә бүленгән. Тәре алтын ялатылған тирәстәргә беркетелгән дүртмөйөшлө ҡырлы быялаларҙан яһалған. Средокрестие өҫтөнә ҡуйылған тәҙрәле, 8 ҡырлы барабан 8 яҡлы көмбәҙ м‑н ослана. Эске биҙәлештә святитель Гурий мәйетенең киҫәксәләре буялған икона айырым урын биләй. Святителдәр Гурий, Варсонофий һәм Герман хөрмәтенә өҫтәл бар (1899 й. изгеләндерелгән). Сиркәү эргәһендә таш часовня була. 1919 й. ябыла, ҡапҡа башындағы саң манараһы һүтеп алына; бинала төрлө учреждениелар урынлаштырыла. 1990‑сы йй. башында тергеҙелә, 1994 й. диндарҙарға кире ҡайтарыла (1996 й. святитель Николай хөрмәтенә изгеләндерелә). 2002 й. алып сиркәү эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Настоятелдәре: О.Шейнкман (1994 й. алып), Д.Долженко (2001 й. алып), П.В.Кулинич (2008 й. алып). Бина — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

П.В.Петров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.