ИЛЬЯ ПӘЙҒӘМБӘР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ (3-сө класлы). 1860 й. Минзәлә ҡ. 19 б. 30‑сы йй. барлыҡҡа килгән келейница‑черничкалар общинаһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыусыһы – Евгения (Е.Ф.Собина). Монастырь ҡарамағында 4 сиркәү була. Таштан һалынған Вознесение сиркәүе монастырь ихатаһының тышында урынлашҡан була, 1878 й. изгеләндерелә; 3 өҫтәле була: төп өҫтәл – Раббы Олғашыуы хөрмәтенә (1878 й. изгеләндерелә), приделдағыларында – “Гонаһлылар өсөн юллаусы” Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә (1880) һәм изге Серафим Саровский хөрмәтенә (1903). Тихвин Божья Матерь иконаһына арналған ҡапҡа башы сиркәүе, таштан (1865 й. изгеләндерелә; мәхәллә сиркәүе булараҡ эшләй); 3 өҫтәле була: төп өҫтәл – Тихвин Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә, приделдағылары – Святитель һәм Чудотворец Николай һәм изге Архангел Михаил хөрмәтенә. Монастырь зыяратында урынлашҡан Илия пәйғәмбәр сиркәүенең (1799) Илия Пәйғәмбәр хөрмәтенә өҫтәле була. Минзәләнән 5 саҡрымда монастырь дачаһында урынлашҡан Преображение сиркәүенең (1877 й. изгеләндерелә) Раббы Преображениеһы хөрмәтенә өҫтәле була. Монастырь комплексы таш стена м‑н уратып алына. Монастырҙа Божья Матерь мөғжизәле (Почаев) иконаһының 1902 й. епископ Антоний III тарафынан бүләк ителгән күсермәһе һаҡлана. 1869 й. 9 монахиня һәм 41 послушница йәшәй, 1918 й. – очкоға ярашлы, 64 һәм 323. 1918 й. И.П.ҡ.‑ҡ.м. 821 дисәтинә ере була. Мал ҡураһы, умарталыҡ, йәшелсә һәм емеш баҡсаһы, ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн ҡунаҡхана, икона төшөрөү, алтын еп м‑н тегеү, шәм етештереү, балта эштәре, тегеү, аяҡ кейеме тегеү, төпләү, фото төшөрөү, просфора бешереү оҫтаханалары, тәғәмхана, икмәкхана, яҡынса 20 торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтыһы була. Монастырь хәйриә һәм аң‑белем таратыу эше м‑н шөғөлләнә: сиркәү-мәхәллә мәктәбе, етем балалар һәм оло йәштәге ҡатындар өсөн түләүһеҙ ашхана м‑н фәҡирҙәр торлағы була. Беренсе донъя һуғышы йылдарында монастырь бинаһында лазарет, 16 һалдат балаһы өсөн приют эшләй; һалдаттарға кейем тегеүгә 1000 аршын етен тотонола, урындағы халыҡҡа матди ярҙам күрһәтелә. 1920‑се йй. башында а.х. артеле итеп үҙгәртеп ҡорола, ләкин ҡорамдарҙа ғибәҙәт ҡылыу дауам иттерелә. 1926 й. рәсми рәүештә ябыла, 1929 й. юҡ ителә. Игуменья һәм монахинялар репрессиялана. Настоятельницалары: игуменьялар Евгения (1860 й. алып), Филарета (1886 й. алып), Нина (Парфенова; 1905 й. алып), Маргарита (1917 й. алып), Нина (Лихачева; 1918—29).

Әҙәб.: Егоров П. Мензелинский Пророко-Ильинский монастырь и его игуменья преподобномученица Маргарита //Русские монастыри. Приуралье. Новомосковск; М., 2006.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке