ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович (17.4.1958, Баҡы), философ. Филос. ф. д‑ры (1999), проф. (2003). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1981) Ереван табиптар камиллаштырыу ин‑тында, 1986—93 йй. Ереван урыҫ һәм сит телдәр пед. ин‑тында эшләй. 1999 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. 2001 й. башлап ӨЮИ‑ла эшләй: 2005 й. — гуманитар һәм соц.‑иҡт. фәндәр каф. мөдире, 2008 й. — хоҡуҡ һәм иҡт. ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре социаль экология һәм ихтыяр филос. проблемаларына арналған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Воля как феномен энвайронментального отношения. Уфа, 1998.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.