ДӘҮЛӘТҠОЛОВ Әхмәт Хажмөхәмәт улы (17.7.1944, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Муллаҡай а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2004), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) — Архангел һәм Стәрлетамаҡ р‑ндары мәктәптәрендә, 1982 й. алып Өфө р‑нының “Правда” к‑зында эшләй. 1985 й. башлап — БДУ‑ла, 1992 й. алып БДПУ‑ла (2004—09 йй. башҡ. әҙәбиәте һәм мәҙәниәте каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. эпик хикәйәттәренең филос. һәм донъяға ҡараш аспекттарын өйрәнеүгә бәйле. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (2014).

Х е ҙ м.: Проблемы художественно-эстетического осмысления истории этноса в башкирском эпосе: опыт социально-философского анализа. Уфа, 1998; История этноса и его социально-духовная жизнь в эпической поэзии башкир (социально-философский анализ). Уфа, 2012.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018