“ҒОСМАНИЯ”, “У с м а н и я”, урта мәҙрәсә. Өфөлә Беренсе йәмиғ мәсете эргәһендә 1888 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1887 й.) асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Х.Ғосманов, һуңынан (1907 й. һуң) мәҙрәсәгә уның исеме бирелә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең башланғыс кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған 9—14 йәшлек үҫмерҙәр (айырым осраҡтарҙа өлкәнерәктәр ҙә) ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған (йылына 5—10 һум), фәҡирҙәрҙең балалары түләүҙән азат ителгән. Уҡыу курсы — 7 йыл [2 йыл әҙерлек (ибтидаи), 3 йыл беренсе (рушди) һәм 2 йыл икенсе (иғдадиә) бүлек]. Уҡыу программаһына ғәрәп һәм фарсы телдәре, логика, мосолман дине ҡанундары, филос., фикһ ингән. 1895 й. мәҙрәсәлә сауҙагәр Хөсәйеновтарҙың финанс ярҙамы м‑н үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Уҡыу барышына яңы ысул м‑н уҡырға өйрәтеү (ҡара: Йәдитселек) индерелә, программаға ислам тарихы, тәжүид (Ҡөрьәнде уҡыуҙың орфоэпик ҡағиҙәләре), төрки, ш. уҡ арифметика һәм геогр., 1897 й. урыҫ теле өҫтәлә. “Ғ.” художество түңәрәктәре эшләй, З.Өммәти мөхәррирлегендә — “Иттифаҡ” әҙәби‑сәйәси, М.В. Әмиров һәм Х.Кәримов мөхәррирлегендә “Чеметкеч” (“Семеткес”) сатирик журналдары сығарыла. “Ғ.” м‑н Ә.Ә.Вәлидов, З.Камалетдинов, К.Ҡәрипов, Ғ.Тереғолов (ҡара: Тереғоловтар) һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Тәүге йылдарҙа — яҡынса 200—300 шәкерт (ҡайһы берҙә 500‑гә лә етә), 1910 й. 242 шәкерт уҡый. Мәҙрәсәне тамамлаусылар араһында Әмиров, Ғ.Ғүмәрский, С.Ғәбәши, Ә.Ф.Зөбәйеров, Р.Ишморат, З.Камалетдинов, К.Ҡәрипов, З.Өммәти, Р.М.Раимов, В.М.Солтанов, Ә.Й.Таңғатаров, Ш.Тулвинский, Ғ.У.Усманов, И.Х.Әсәкәев һәм У.Х. Әсәкәев (ҡара: Әсәкәевтәр), Я.Х. Әхмәтов һ.б. 1918 й. ябыла; шул уҡ йылда “Ғ.” базаһында татар милли гимназияһы асыла. Мөҙәристәре: Ғосманов (1888 й. алып), Й.Т.Абыҙгилдин (1907—18). Мәҙрәсә Пушкин һәм Кесе Илия (хәҙ. Пушкин һәм Воровский) урамдары сатындағы, 1891 й. алып Фроловский (хәҙ. Туҡай) урамындағы ағас биналарҙа урынлаша. 1906 й. Губерна земство башҡармаһы аҡсаһына һәм мосолмандарҙан йыйылған иғәнә иҫәбенә 3 ҡатлы 2 флигелле бина (хәҙ. Туҡай урамы, 39) төҙөлә. Мәҙрәсә бинаһы архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора, унда Вәлидовҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

 

М.Ғ.Вәлиева  

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке  

Яндекс.Метрика