АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 684 кеше; 1920 — 896; 1939 — 940; 1959 — 705; 1989 — 339; 2002 — 281; 2010 — 304 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. 1865 й. 47 йортта 318 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй булған. Ю.Н.Никифоров, В.И.Яковлев ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018