ҒИЛМИ МӘКТӘПТӘР. Ғалимдарҙың Ғ.м. сиктәрендәге эшмәкәрлеге түбәндәге шарттарҙа ғәмәлгә ашырыла: остаз‑шәкерт бәйләнешендә бер нисә быуын мәктәбенең етәксеһе — дөйөм лидер берләштергән фәнни йүнәлеш тотороҡлолоғо, тикшеренеүҙәрҙең фәнни әһәмиәте һәм һөҙөмтәләрҙең нәшер ителгән хеҙмәттәр, патенттар һ.б. документтар м‑н раҫланған юғары кимәле, конференциялар, семинарҙар ойоштороу һ.б. Республикала БР‑ҙа, РФ‑та һәм сит илдәрҙә танылыу алған Ғ.м. эшләй. Улар араһында математика, физика, техник һәм инженерлыҡ фәндәре өлкәһендә: нефтехимия аппараттары төҙөү — етәксеһе Ә.В.Баҡыев, нефть һәм газ сығарыуҙың математик моделен әҙерләү — Р.Н.Бәхтизин, М.М.Хәсәнов, үткәргес торба транспорты проблемалары — Ә.Ғ.Ғүмәров, А.М.Шаммазов, конструкциялар ныҡлығы — етәксеһе В.С.Жернаков (нигеҙ һалыусы Р.Р.Мәүлитов), тотош мөхиттәр механикаһы, конструкциялар һәм эш мөхиттәренең үҙ‑ара тәьҫир итешеүе теорияһы — М.Ә.Илһамов, идара итеүҙең күп бәйләнешле системалары — Б.Ғ.Ильясов, металдарҙың һәм иретмәләрҙең үтә һығылмалылығы — О.Ә.Ҡайбышев, дисперслы мөхиттәрҙең электромагнит термодинамикаһы — Л.А.Ковалёва (Ф.Л.Сәйәхов), кире иондарҙың масс- спектрометрияһы — О.Г.Хвостенко (В.И.Хвостенко), өҫкө йөҙ физикаһы, химияһы һәм механикаһы — В.С.Мухин, күп фазалы мөхиттәрҙең физик‑химик гидродинамикаһы — В.Ш.Шаһапов, ҡаты есемдәрҙең магнит, магнит һығылмалылыҡ һәм магнит‑электр үҙенсәлектәре — Р.М.Вәхитов (М.М.Фарзетдинов) һ.б.; химия, яңы материалдар һәм химик технологиялар өлкәһендә: пестицидтар етештереү технологиялары — Р.Б.Вәлитов, полимерҙар химияһы һәм технологияһы — С.В.Колесов (К.С.Минскер), көкөрт органик берләшмәләр химияһы — Н.К.Ляпина (Р.Д.Оболенцев), ацеталдәр химияһы — С.С.Злотский (Д.Л.Рахманҡолов) һ.б.; Ер, тәбиғәт ресурстары тураһындағы фәндәр өлкәһендә: һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау — Р.Ф.Абдрахманов, ғәмәли геотермия — Р.А.Вәлиуллин (И.Л.Дворкин), нефтте һәм нефть ҡалдыҡтарын комплекслы эшкәртеү — Э.Ғ.Теләшев, Урал һәм сиктәш терр‑ялар геодинамикаһы — В.Н.Пучков һ.б.; медицина өлкәһендә: балалар офтальмологияһы — М.Т. Аҙнабаев (Ғ.Х.Ҡоҙаяров), экологик һәм клиник биохимия — Ф.Х.Камилов, хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы — Л.М.Карамова (Ғ.М.Мөхәмәтова), яңы дарыуҙар эшләү — Д.Н.Лазарева (И.А.Лерман), яман шеште диагностикалау һәм дауалауҙың яңы ысулдарын эшләү — Ш.Х. Ганцев (Н.П.Ников), йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургияһы — В.В.Плечев (Н.Ғ.Ғатауллин), кешенең нәҫел ауырыуҙарын иртә диагностикалау — Р.В.Мәғзанов, геморрагик биҙгәкте диагностикалау һәм дауалау — Д.Х. Хунафина, Р.М.Фазлыева, регенератив хирургия — Э.Р.Мулдашев, иммунобиологик препараттар һәм уларҙы етештереү технологияларын эшләү — М.М.Алсынбаев, Н.Н.Ворошилова, С.Ә.Йәнекәева, Р.Ш.Мағазов, В.А. Стригин һ.б.; биология өлкәһендә: үҫемлектәр биотехнологияһы — Р.Р. Әхмәтов, мейе эшмәкәрлегенең фундаменталь законлыҡтары һәм ғәмәли аспекттары — Л.Б.Кәлимуллина, тупраҡ альгологияһы — Р.Р.Кәбиров, урмандарҙы өйрәнеү фәне һәм индустриаль дендроэкология — А.Ю. Кулагин (Ю.З.Кулагин), фитоценология — Б.М.Миркин, молекуляр биология һәм генетика — Э.К.Хөснөтдинова һ.б.; ауыл хужалығы фәндәре өлкәһендә: а.х. малдарының физиологияһы — Р.Х.Авзалов (П.Т.Тихонов), иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү технологияһы — Р.Р.Исмәғилев, С.Н.Надежкин (С.А.Ҡунаҡбаев, В.Х.Хангилдин), зоогигиена — Е.П.Дементьев (В.И.Мозжерин), яңы ветеринария дарыу препараттары эшләү — А.Ф.Исмәғилева, патологик анатомия, мал ауырыуҙарын диагностикалау — А.М.Баһауетдинов, Е.Н.Сковородин, Башҡортостанда игенселек системаларын камиллаштырыу — З.З.Әйүпов (Э.М. Рәхимов), гельминтология — Р.Ғ. Фазлыев (Х.В.Әйүпов), Башҡортостанда тупраҡ ғилеме — И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев (С.Н.Тайсинов), Көньяҡ Урал урмандарының продуктлылығын күтәреү — Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.; ижтимағи һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә: төбәктәге соц.‑иҡт. процестарҙың иҡт.‑матем. моделен әҙерләү — Х.Н.Ғиззәтуллин, төбәк иҡт. — М.Н.Иҫәнбаев, Ҡ.Н.Йосопов, иҡт. теорияһы — Ә.Х. Мәхмүтов, В.Ҡ.Носратуллин, а.х. производствоһында иҡт. мөнәсәбәттәр — Ү.Ғ.Ғосманов (М.И.Тоҡомбәтов), аграр хоҡуҡ — Ф.М.Раянов һ.б.; юғары мәктәп педагогикаһы — Рәил М.Әсәҙуллин, уҡыусыларҙы хеҙмәткә әҙерләү — К.Ш.Әхиәров, пед. культурология — В.Л.Бенин, онтология һәм танып белеү теорияһы — Б.С.Ғәлимов (Т.Ғ.Солтанғужин), хәҙ. мәғарифты үҫтереү һәм гражданлыҡты формалаштырыу — Ә.С.Ғаязов, ысынбарлыҡ һәм белемде нигеҙләү — А.Ф.Кудряшёв (Ф.Б.Садиҡов), Көньяҡ Урал археологияһы — Н.А.Мәжитов, А.Х.Пшеничнюк (К.В.Сальников), лингвокультурология — Л.Ғ. Сәйәхова, ижт. мөнәсәбәттәр һәм соц. үҫеш — Ф.С.Фәйзуллин (Н.А.Айытов), гносеологик һәм онтологик хәҡиҡәтте өйрәнеү тарихы һәм уның хәҙ. торошо — В.С.Хәзиев, башҡорт әҙәбиәте теорияһы һәм тарихы — Ғ.Б.Хөсәйенов (Ә.И.Харисов), башҡорт теле Урал‑Алтай телдәре системаһында — М.В.Зәйнуллин (Ж.Ғ. Кейекбаев), көнсығыш ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптар текстологияһы — И.Ғ.Ғәләүетдинов һ.б. мәктәптәр. РФ Хөкүмәтенең “Рәсәй Федерацияһының төп ғилми мәктәптәренә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы (1995) һәм “Рәсәйҙең йәш ғалимдарына — фән кандидаттарына һәм фән докторҙарына һәм Рәсәй Федерацияһының төп ғилми мәктәптәренә дәүләт ярҙамы буйынса саралар тураһында” ғы (2005) ҡарарҙарына ярашлы, Фән һәм инновациялар б‑са федеральагентлыҡ РФ Президентының Гранттар б‑са советы м‑н берлектә 2 йылға бер тапҡыр РФ‑тың төп Ғ.м. дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә конкурс үткәрә. 2003 й. алып Башҡортостанда ил б‑са төп мәктәп тип танылған һәм РФ Президенты грантына эйә булған Ғ.м.: инновациялы ҡулланыуҙар өсөн күләмле наноструктуралы металдар һәм иретмәләр — етәксеһе Р.З.Вәлиев, вирустар, микроорганизмдар, үҫемлектәр һәм хайуандар гендарының структур‑функциональ ойошторолошо — В.А.Вәхитов, мәғлүмәт системаларын эшләүҙең теоретик һәм методик нигеҙҙәре — М.Б.Ғөзәйеров, органик һәм металл‑органик синтезда металл комплекслы катализ — У.М.Джемилев, эретмәләрҙе ярһыу хәлгә килтереүсе химик реакциялар — В.П.Казаков, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы — етәксеһе Ю.Б. Монаков (С.Р.Рафиҡов), күп үлсәүле комплекслы анализ — В.В.Напалков (А.Ф.Леонтьев), йылылыҡ физикаһы һәм күп фазалы мөхиттәр механикаһы — Р.И.Ниғмәтуллин, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары хирургияһында диагностикалау һәм дауалауҙың юғары технологиялы мини‑инвазив ысулдарын эшләү — В.М.Тимербулатов, нәҙек органик синтез һәм биоорганик химия — М.С.Юнысов (Г.А.Толстиков) һ.б.

Әҙәб.: И л ь г а м о в М.А., С а и т о в а М.А. Академическая наука в Башкортостане //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №2; Н и г м а т у л л и н Р.И. 50 лет Уфимскому научному центру РАН и 10 лет Академии наук Республики Башкортостан: история, достижения, уроки //Шунда уҡ. 2002. Т.7. №1.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика